итоговой собрание 05.02.2026
заседание инициативной группы
гуманитарная помощь СВО
предварительное собрание 06.11.2025
Баймаҡ районының Муллаҡай, Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары халҡын берләштергән берҙән — бер клуб бөгөнгө көндә ремонтҡа мохтаж. Мәҙәниәт йорто 1992 йылда һалынған. Шунан алып бер генә лә ремонт күрмәгән. Бөтә саралар ошо клубта үтә, балалар кружоктарҙа шөғөлләнәләр, ауылыбыҙҙың даны булып торған һәм халыҡ исемен йөрөткән дүрт төркөм әртистәребеҙ ҙә шул клубҡа йөрөйҙәр, «Оҫта ҡулдар» кружогына ҡатын — ҡыҙҙар әүҙем йөрөйҙәр. МХОға шул клубта сеткалар үреп ебәрәләр. Клуб мөдире Рәсимә Әнүәр ҡыҙы һәр сараның башланғысын ойоштороусы булып тора. #ППМИ-2026# дәүләт программаһында ҡатнашып, клубтың ҡыйығын алыштырырға тигән ышаныста ҡалабыҙ.
